Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2022, 14:50

Тажзәхмәт менән көрәштә үҙ-үҙеңә дисциплина мөһим

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәттәштәренә - министрлыҡ-ведостволарҙа эшләгән түрәләргә коронавирус таралғанда үҙ-үҙеңә дисциплинаны үтәү мөһимлеге тураһында әйтте.

Тажзәхмәт менән көрәштә үҙ-үҙеңә дисциплина мөһим
Тажзәхмәт менән көрәштә үҙ-үҙеңә дисциплина мөһим

 Бының өсөн эшлекле осрашыуҙарҙы һәм кәңәшмәләрҙе онлайнда үткәрергә кәрәк. БР Хөкүмәтендәге бөгөнгө оператив кәңәшмә лә ситтән тороп ойошторолдо.

 «Бөгөнгә төп бурыс булып коронавирусҡа ҡаршы көрәш тора. 18 мартта бар ҙур эпопеяға ике йыл тула. Түҙемлек кәрәк, ҡасан да булһа барыһы ла тамамланасаҡ. Шуға күрә лә үҙ-үҙеңә дисциплинаны тотабыҙ. Хөкүмәт апппаратында, район-ҡалаларҙа һәм башлыҡтар араһында ауырыусылар бар. Административ аппаратты асыҡ ҡалдырмаҫҡа саҡырам, юғиһә минең менән эшләргә бер кем дә ҡалмаясаҡ. Бар ерҙә лә ҡәтғи һаҡланыу сараларын ҡулланығыҙ», — тине Радий Хәбиров.

Артабан төбәк етәксеһе тажзәхмәткә ҡаршы "балалар вакцинаһы" сифатын халыҡҡа аңлатыу саралары планын булдырырға ҡушты. Шул уҡ мәлдә дарыуҙың ниндәй һынау стадияларын үткәнен белеү ҙә мөһим.

«Балаларҙы һаҡларға кәрәк», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: