Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2022, 14:58

Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса ете енәйәт эше асылған

Белорет районында йәшәгән 40 йәшлек ҡатын документтарын юғалтыуы хаҡында социаль селтәрҙә иғлан биргән. Шунда уҡ тиерлек бер ир шылтыратып, документтарҙы табыуы тураһында хәбәр иткән дә, һөйөнсөһөнә картаға өс мең һум күсереүен һораған. Документтарын кире ҡайтарырға ашыҡҡан ҡатын ирҙең иҫәбенә аҡса күсергән. Тик аҡса күсеү менән абонент юғалған шул...

Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса ете енәйәт эше асылған
Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса ете енәйәт эше асылған

Мәләүез районынан 57 йәшлек ҡатынға ялған "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, уның исеменә аферистарҙың кредит алырға маташыуы хаҡында хәбәр иткән.

Быға юл ҡуймаҫ өсөн, йәнәһе лә, кредиттар алып, аҡсаны "банк хеҙмәткәре" ҡушҡан иҫәпкә күсерергә кәрәк.

Ҡурҡҡан ҡатын ирҙе тыңлап, 450 мең һумлыҡ ике кредит алып, билдәһеҙ иҫәпкә күсергән.

Башҡаларҙың хатаһын ҡабатламағыҙ, муттарҙан һаҡ булығыҙ, аҡсағыҙҙы теләһә кемдәргә ебәрмәгеҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: