Үткән аҙнала Радий Хәбиров Ҡаҙағстан вәкилдәре менән видеоконференция үткәрҙе. Был сара Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса эш төркөмөнөң тәүге ултырышы ине.
Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, ике ҙур инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыуға тотондоҡ. Береһе – Сибайҙа ағасты тулыһынса эшкәртеү заводы төҙөү, икенсеһе – Павлодарҙа “Каустик” базаһында химия кластеры.
Әйткәндәй, Ҡаҙағстандың “MEGA SMART” компанияһы завод төҙөү өсөн Сибайҙа майҙансыҡты ҡараған. Күргәндәренән ҡәнәғәт ҡалғандар. Компания директоры Сергей Хегай белдереүенсә, Башҡортостанда етерлек сеймал базаһы бар.
Яңы предприятиеға 100 – 120 миллион һум инвестиция һалынасаҡ. Проект 2022 – 2027 йылдарҙа ғәмәлгә ашырыла. Ағасты тулыһынса эшкәртеү заводында 300-ҙән ашыу кешегә эш урыны булдырыласаҡ.