Бөгөнгө көнгә төбәктең эш урындары банкында 49,9 меңдән ашыу вакансия бар, уларҙың яҡынса 70 проценты эшсе һөнәрҙәр. Төбәккә эшсе кадрҙар кәрәк, тип белдерҙе Башҡортостандың ғаилә һәм хеҙмәт министры Ленара Иванова.
- Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү, йәмғиәттә хеҙмәткә ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләү, йәштәрҙе хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәр буйынса эшкә йәлеп итеү, уларҙы уҡытыу һәм ҡайтанан квалификацияһын күтәреү буйынса ҙур эш башҡарыла, – тип билдәләне министр.
Әлеге ваҡытта республикала автомобиль водителе (эш биреүселәр 2 708 вакансия тәҡдим иткән), эшсе көстәр (1285), тегеү ҡорамалдары операторы (1267), ярҙамсы эшсе (1 209) һәм һаҡсы (1 113) иң кәрәкле һөнәрҙәр булып тора.
Бынан тыш, робот техникаһының төрлө өлкәһе белгестәре, фрилансерҙар, белгестәр һәм башҡа вакансиялар ҙа популярлыҡ яулай.
Фото: Т. Аманов