“Интересное решение” тигән Радий Фәрит улы.
Баҡһаң, был үҙенсәлекле календарҙы Mardesign дизайн-студияһы сығарған. Һүрәттәр авторы – Гүзәл Үтәшева. Тик әҙ дана менән сыҡҡан да, шундуҡ һатып алып бөткәндәр. Бәлки, нәшерселәр уны ҡабаттан баҫыр, хәбәр итербеҙ, тиҙәр БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығынан.
Календарҙың үҙенсәлеге шунда: унда ай атамалары өс телдә – башҡортса, русса, инглизсә яҙылған. Рәсәй кимәлендәге һәм милли байрамдар билдәләнгән.
Фото: vk.com (Радий Хәбировтың сәхифәһенән).