Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2022, 15:38

Радий Хәбиров: Ер аҫты файҙаланыусыларының нәфсеһен тыйырға кәрәк...

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙы контролләү саралары ҡаралды.

Радий Хәбиров: Ер аҫты файҙаланыусыларының нәфсеһен тыйырға кәрәк...
Радий Хәбиров: Ер аҫты файҙаланыусыларының нәфсеһен тыйырға кәрәк...

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың ноябрендә Ҡырмыҫҡалы районында карьерҙарҙы тикшергәндән һуң, «Ибрагимово», «ПГС» һәм «Башнерудматериалы» предприятиеларының эшмәкәрлеге туҡтатылды. «ИСК Панорама»ның лицензияһы бөтөнләй тартып алынды. Йәмғеһе районда 23 лицензия менән 21 ер аҫтын файҙаланыусы эшләй. 

«Матур район, йәйгеһен бында йәшәүселәр һаны 100 меңгә тиклем барып етә, өфөлөләр үҙҙәренең баҡсаларына ҡайта. Тик ҡайһы бер ер аҫтын файҙаланыусылар әҙәпһеҙ рәүештә эшләй, улар ерҙәрҙе теләһә ҡалай ҡаҙып бөткән. Намыҫһыҙ ойошмаларҙың нәфсеһен тыйырға кәрәк. Ҡом һәм ҡырсынташ сығарыуға был сама лицензия бирәһе урынға беҙ үҙебеҙ планлаштырған күләмле юл төҙөлөшөн ойоштора алабыҙ», – тип белдерҙе оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров иһә Ишембай районы хакимиәтенең эшен миҫал итеп килтерҙе. Район етәкселеге намыҫһыҙ ойошмаларҙы ташландыҡ карьерҙарҙы күмергә мәжбүр иткән. Урал Искәндәров һүҙҙәренсә, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға лицензия ер участкаларының хужаларының ризалығы менән бирелә башлаған.

Бөгөн шулай уҡ республикала «Башкиравтодор» предприятиеһы менән берлектә файҙалы ҡаҙылмаларҙы сығарыуҙы контролләү системаһы булдырылған.

«Хәҙер предприятиеларҙа йөк үлсәү контроле һәм автотранспортты видеотеркәү буйынса техник ҡорамал мотлаҡ булырға, йөк машиналары GPS-модулдәр менән йыһазландылырға тейеш. Өфө районының Ольховое ауылы янында республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы автоматик стационар йөк үлсәү контроле посын йыһазландырҙы, – тип билдәләне Урал Искәндәров

Башҡортостан Башлығы премьер-министр урынбаҫары Азат Бадрановҡа Оло Толпаҡ күле янындағы карьер мәсьәләһен хәл иткәне өсөн рәхмәт әйтте.

 – Дөйөм алғанда, халыҡтан мөрәжәғәттәр һаны кәмей, тимәк, уҙған йылда яҡшы эшләгәнһегеҙ, артабанда ла һынатмай мәсьәләне тулыһынса хәл итәйек, – тине Радий Хәбиров.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: