Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2022, 22:20

Молочай

Молочай – оҙон ғүмерле һәм тиҙ үҫә торған гөл, әммә ағыулы.  

Молочай
Молочай

Йыл әйләнәһенә яҡтылыҡ ярата. Уны ултыртыу өсөн  көньяҡҡа йәки көнсығышҡа ҡараған тәҙрә төбөн һайлағыҙ. Ҡышҡыһын һыуҙы аҙыраҡ һибегеҙ. Ул ҡоро һауала ла яҡшы үҫә. Матур булып үҫһен өсөн ике аҙнаға бер гөлдәр өсөн тәғәенләнгән махсус ашламалар менән  туҡландырып тороғоҙ. Йәш гөлдө ике йылға бер ҙурыраҡ һауытҡа күсерергә кәрәк.

    Молочай – ағыулы үҫемлек. Япраҡтарын йәки ботаҡтарын тишкәндә ағыулы һутына ҡулығыҙҙы яндырмаҫ өсөн (химик бешеү) перчатка кейеп эшләгеҙ. Балаларҙы гөлдән һаҡлағыҙ!

 

Фото:prostayaferma.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: