Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2022, 17:25

Маҡсат - сүп-сарҙы сорттарға айырыу комлекстарын арттырыу

2024 йылға тиклем республикала 10 яңы сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы барлыҡҡа килергә тейеш.

Маҡсат - сүп-сарҙы сорттарға айырыу комлекстарын арттырыу
Маҡсат - сүп-сарҙы сорттарға айырыу комлекстарын арттырыу

 24 ғинуарҙа Башҡортостан Хөкүмәтендә  БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү системаһы мәсьәләләре буйынса сираттағы кәңәшмә  үтте.

 – Быйылғы йыл ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә һынылыш йылы булырға тейеш. Беҙ ойошҡан рәүештә сүп-сарҙы йыйыу һәм сығарыуҙан тыш, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу буйынса эште лә ойошторорға тейешбеҙ. Йәнә бер маҡсатҡа өлгәшеү - күмеүгә ебәрелгән ҡалдыҡтар күләмен кәмендә ике тапҡырға кәметеү өсөн селекция йыйымы кәрәк. Шуға күрә 2024 йылға тиклем республикала 10 яңы сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы барлыҡҡа килергә тейеш. Тағы ла бер мөһим бурыс – федераль финанслауҙы йәлеп итеү. Быйылдан башлап ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү объекттарын төҙөү, реконструкциялау өлкәһендә күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн федераль ярҙам күрһәтеләсәк. Беҙҙең бурыс –  ошо федераль программаға инеү һәм кәмендә бер ошондай этапты тормошҡа ашырыу,– тип билдәләне Андрей Назаров.

Төбәк операторҙарының һәм муниципаль берәмектәрҙең эш сифаты мәсьәләһе буйынса Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров сығыш яһаны.

– Яңы йыл каникулдары осоронда ҡалдыҡтарҙы өҙлөкһөҙ сығарыуҙы тәьмин итеү маҡсатында көн һайын 500-гә яҡын техника берәмеге йәлеп ителде. 51 мең тонна самаһы ҡалдыҡ сығарылған. Дөйөм алғанда, эш тейешле кимәлдә ойошторолған. Мәҫәлән, Бөрөлә, Дүртөйлө районының Әңгәсәк, Уяҙы, Исҡуш ауылдарында, Кушнаренко районының Илек ауылында төбәк операторҙары яғынан етештереү графигын өҙөүгә ҡағылышлы һорауҙар булды. Графикты боҙоу тураһында мәғлүмәт килгәс, барлыҡ осраҡтарҙа ла ҡалдыҡтар 12 сәғәт эсендә сығарып түгелде, - тип һөйләне министр.

 

Андрей Назаровтың әйтеүенсә, сүп сығарыуҙа  граждандар яғынан дәғүәләр булмаҫҡа, урындарҙа эш системалы, ваҡытында һәм һөҙөмтәле башҡарылырға тейеш.

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: