Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2022, 18:55

Кеше ниңә аҡбур ашай?

  Аҡбурҙағы кальций карбонаты бөйөрҙәргә таш булып ултыра , тарҡалмай торған ҡаты кальций оксалатлы таштарға  әүерелә.  

Кеше ниңә аҡбур ашай?
Кеше ниңә аҡбур ашай?

 

 Кеше ниңә аҡбур ашай?

Организмға кальций, Д витамины, тимер  етмәһә , кешелә аҡбалсыҡ ашағы килеү теләге уяна. Аҡбурҙа  кальций, кремний, алюминий, марганец, тимер, натрий, цинк, магний, калий, азот, хром, фосфор, молибден, медь, никель, көмөш , радий, кобальт кеүек матдәләр бар.

Был минералды ашағығыҙ килһә, туҡланыу рационына балыҡ, һөт ризыҡтарын,тимергә бай йәшелсә-емеште кертегеҙ. Дарыухананан кальций глюконаты йәки организмды кальций, тимер менән байытыусы препараттар эсеп алығыҙ.

Аҡбур ашау зыянлы икәнлеген дә хәтерҙән сығармағыҙ. Мәктәп таҡтаһына яҙыу өсөн тәғәйенләнгән  аҡбурҙа гипс, елем, зараралы ҡатнашмалар бар.

Кальций карбонаты бөйөрҙәргә таш булып ултыра , тарҡалмай торған ҡаты кальций оксалатлы таштарға  әүерелә.

 Ашҡаҙан һуты ла күп бүленеп, ашҡаҙан - эсәк  юлдары  ла көсөргәнеш кисерәсәк. Кеше инфекция сирҙәренә тиҙ бирешәсәк. Өҫтәүенә, составында ауыр металдар булған аҡбур менән ағыуланыуығыҙ ҙа ихтимал.

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: