Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2022, 16:30

Һигеҙенсе синыф уҡыусыһының хыялы тормошҡа ашты

Нефтекамалағы 9-сы мәктәптең VIII синыфы уҡыусы Венера Хөрмәтова ҡаланың мэры Ратмир  Мәүлиев менән бер көнөн үткәреп, уға рәхмәт әйтергә теләгәйне. Ҡыҙҙың Яңы йыл хыялы тормошҡа ашты.

Һигеҙенсе синыф уҡыусыһының хыялы тормошҡа ашты
Һигеҙенсе синыф уҡыусыһының хыялы тормошҡа ашты

Венера Нефтекама хакимиәте башлығы Ратмир Рәфил улы Мәүлиев менән танышырға,  мэр кабинетында булырға ла, унан хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары менән көн һайын уҙғарылған онлайн-кәңәшмәлә ҡатнашырға, бүлектәрҙең эшен ҡарарға һәм хатта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың оператив кәңәшмәһенә ҡушылырға ла өлгөрҙө.

Яңы йыл каникулы осоронда, "Теләктәр шыршыһы" акцияһына ярашлы, Нефтекама ҡалаһында күп балалы ғаиләләрҙән, етем һәм инвалид балаларҙан барлығы 100 ашыу хат ҡабул ителгән.

 

 

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: