Хәүеф янауын белмәйенсә, ул күп ҡатлы йорт эргәһенән үткән. Үтеп барған кешеләр «Тиҙ ярҙам» саҡырған. Бәләгә тарыусы дауаханаға оҙатылған һәм медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң, өйөнә ҡайтарылған. Боҙ ҡайҙан төшкәндер, билдәһеҙ. Ул кондиционерҙың тәҙрәһендә йәки ҡумтаһында барлыҡҡа килеүе мөмкин, тип фараз ителә.
– Яуым-төшөм яуған һәм һауа температураһы күтәрелгән осорҙа өйҙәр, административ биналар, балкон ҡыйыҡтары эргәһенән алыҫыраҡ йөрөргә тырышығыҙ. Ихатала урынлашҡан «Һаҡ бул, ҡар төшөүе ихтимал!» иҫкәртеү табличкаларына һәм яҙыуҙарына, ҡуйылған ҡоймаларға һәм һуҙылған сигнал таҫмаларына иғтибар итегеҙ, – тип иҫкә төшөрҙөләр Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығында.
Фото: Т. Аманов