"Демография" милли проектында күрһәтелгәнсә, 2024 йылға Рәсәйҙә ярлылыҡ кимәле ике тапҡырға кәмергә тейеш. Әлеге килешеүҙә Башҡортостанда эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең ("бюджетник"тарҙан башҡа) иң түбән хеҙмәт хаҡы айына 14 200 һум буласағы яҙылған.
Бында район коэффициенты, сменанан тыш, ял һәм байрам көндәрендә эшләү буйынса түләү инмәй.
Килешеү быйыл йыл башынан ғәмәлдә.
Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.