Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2022, 15:00

«Беҙ бурысҡа баттыҡ»

Элвин Грейға Башҡортостан Башлығы бүлгән 30 миллион һум аҡса етмәне...

«Беҙ бурысҡа баттыҡ»
«Беҙ бурысҡа баттыҡ»

Йырсы Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин)  «Яңы моң» телевизион проекты проблемалары хаҡында һөйләне. Артист социаль селтәрҙә аңлатыуынса, шоу Башҡортостан башлығының 30 миллион һум күләмендәге грант аҡсаһына ойошторолған.

- Был аҡса проектты тормошҡа ашырыуға тулыһынса тотонолдо һәм улар буйынса Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондына бөтә отчет тапшырылды. Грант аҡсаһының минеңшәхси кеҫәмә инеп ятҡан, тиеүҙәре дөрөҫ түгел. Был иһә күп кенә намыҫһыҙ киң мәғлүмәт сараһының  алдағы йәки эстрада донъяһында йыш осраған ғәйбәт, – тип билдәләне Юлъяҡшин.

 «Яңы Моң»да ул продюсер һәм бағыусы булараҡ ҡатнашыуын билдәләне. Йырсы сығымдарҙың бер өлөшөн үҙе финанслаған, шулай уҡ команданың тәүҙә төҙөлгән сығымдар сметаһына  яраҡлаша алмауы хаҡында ла белдерҙе.Сөнки проект республика өсөн яңы. Шуға күрә грант аҡсаһына тиң күләмдә яңынан финанслау кәрәк, йәғни «Яңы Моң» өсөн өҫтәмә 30 миллион һум аҡса талап итеә.

- Бөгөн проектҡа йәлеп ителгән кешеләрҙең барыһы ла башҡарылған эштәр өсөн аҡса алмаған. Проекттың инициаторы һәм бағыусыһы булараҡ, гастроль эшмәкәрлегемдән аҡса килеүгә ҡарап, мин тейешле суммаларҙы түләйем һәм бурыстарҙы ҡаплайым. Берәүҙе лә аҡсаһыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ, – тип белдерҙе Элвин Грей.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: