Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2022, 11:55

Башҡортостанда ҡарар ҡабул ителде

Хайуандарҙы махсус процедура көтә.

Башҡортостанда ҡарар ҡабул ителде
Башҡортостанда ҡарар ҡабул ителде

Башҡортостандың парламенты йорт хайуандарын мотлаҡ идентификациялау һәм иҫәпкә алыу тураһындағы федераль закон проектын хупланы. Тейешле норманы Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы әҙерләгән.

БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай спикеры Константин Толкачев билдәләүенсә, йорт хайуандарына мотлаҡ чиптар ҡуйыу бер юлы бер нисә бурысты хәл итәсәк: хужаға юғалған этте табырға ярҙам итәсәк һәм, ул ташланған йәки һөжүм иткән осраҡта, кешегә уның хужаһын эҙләүҙе тиҙләтәсәк.

 – Әгәр кешеләр үҙ йәнлектәре менән яуаплыраҡ мөғәмәлә итһә, бесәйҙәр һәм эттәр хужаһыҙ хайуандар армияһын өҙлөкһөҙ тулыландырыуҙан туҡтаясаҡ, – тип иҫәпләй төбәк парламенты Рәйесе.

 Толкачев бынан алда БР  Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайының Дәүләт Думаһына ошоға оҡшаш закон проектын индереүен, ләкин ул саҡта уның беренсе уҡыуҙа уҡ кире ҡағылыуы хаҡында ла белдерҙе. Шуға ҡарамаҫтан, норма яңы инициативала сағылыш тапты.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: