Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2022, 21:25

Бәрхәт гөлөн тупраҡһыҙ ултыртабыҙ

  Ҡышҡыһын үрсетмә ултыртырға өйөгөҙҙә тупраҡ юҡмы? Аптырамағыҙ. Тәҙрә төбөгөҙҙә урын етмәһә лә, был алым менән йәшелсә-емеш, сәскә сәсергә була.  

Бәрхәт гөлөн тупраҡһыҙ ултыртабыҙ
Бәрхәт гөлөн тупраҡһыҙ ултыртабыҙ

Полиэтилен ҡапсыҡты ике  ҡат итеп һалығыҙ ҙа, өҫтөнә өс ҡат бәҙрәф ҡағыҙы йәйегеҙ. Һуңынан 1 литр һыуға ике ҡалаҡ  3 процентлы водород перекисы һалып, резина груша менән ҡағыҙҙы сылатығыҙ.   Аҡ башын өҫкә ҡаратып, 1 сантиметр аралығында бәрхәт гөл орлоҡтарын һалығыҙ һәм пакетты төрөгөҙ. Стаканға 0,5 – 1 см һыу һалып, ошо материалды ултыртығыҙ. Ҡағыҙ һәр саҡ дымлы тороп, бәрхәт гөл тиҙ генә шытасаҡ. Өс аҙна үҫтергәс, үрсетмәне айырым һауыттарға ултыртығыҙ.

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: