Комплимент ишетеү бүләк алыуға тиң тойғолар барлыҡҡа килтерә икән. Ғөмүмән, кешегә бик ыңғай тәьҫир итә.
Психологтар ҙа асыҡлаған: кеше теге йәки был һөнәр йә шөғөл үҙләштергәндә маҡтап-хуплап ебәрһәң, ул яңы нәмәне тиҙерәк төшөнәсәк.
Кешегә күңелгә ятышлы нәмәләр һөйләп (әйтеп), беҙ уға нимәгәлер өйрәнергә һәм яҡшыраҡ эшләргә ярҙам итәбеҙ.
Етәкселәр “комплимент көсө” тураһында һәр саҡ иҫендә тотһа, ни тиклем шәп булыр ине.