Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2022, 21:30

Ҡайнатманан торт

Сәй табынына тиҙ генә әҙерләп алырға мөмкин.

Ҡайнатманан торт
Ҡайнатманан торт

 

 1 стакан ҡайнатма, 1 стакан шәкәр, 1 стакан ҡаймаҡ, 1,5 балғалаҡ сода, 3 йомортҡа, 2 стакан он кәрәк.

Йомортҡаны шәкәр менән күпергәнсе туҡып, уға ҡайнатма ҡушылған ҡаймаҡ , аш һеркәһендә һүндерелгән сода, он һалып, шыйыҡ ҡамыр  эшләргә.Килеп сыҡҡан массаны өс өлөшкә бүлеп,  180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған мейестә бешереп алырға.

Торт өсөн крем эшләгәндә 300 грамм ҡаймаҡҡа 1 стакан шәкәр һалып  туҡырға. Ҡуйыртылған һөткә аҡ май ҡушып та яһарға була.

 

Фото:mykaleidoscope.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: