Республикала был өлкәлә тормошҡа ашырылыусы күп кенә пилот проекттар һуңынан бөтә илгә тарала. Был хаҡта Башҡортостандың вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә һөйләне.
***
Башҡортостанда индерелгән дәүләт мәғлүмәт системаһы 205 медицина ойошмаһын һәм 124 дарыухана пунктын берләштерә. Медицина документтарының берҙәм базаһы республика халҡының 4,5 миллиондан ашыу электрон медицина картаһын үҙ эсенә ала.
Дәүләт мәғлүмәт системаһы 25 эре подсистеманан тора. Уларҙың иң мөһимдәре – онокология, кардиология, акушерлыҡ һәм ауырыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса. Был йүнәлештәр табиптарға пациенттарҙың һаулығын ваҡытында күҙәтеп барырға ярҙам итә.
Федераль проекттар сиктәрендә һуңғы өс йылда дәүләт мәғлүмәт системаһына һәм интернетҡа республиканың 1 761 фельдшер-акушер пункты тоташтырылды.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.