+12 °С
Болотло
Ҡазан ҡалаһында кинематография өлкәһендә «Алтын тәлинкә» ( «Золотая тарелка») төбәк-ара премияһының эксперт туры еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Яҡташыбыҙ, күп фильмдары менән билдәле кинорежиссер Айнур Асҡаров «Буран» фильмы өсөн был пермияға лайыҡлы булды. Приз күләме – 500 мең һум. Әлеге бүләк милли кино өлкәһендәге ҡаҙаныштар, эксперттарҙың йәшерен тауыш биреүе һәм тамашасылар рейтингы һөҙөмтәләре буйынса бирелә.