-4 °С
Болотло
“Роспотребнадзор» идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ковидтың был төрө раҫланған пациенттарҙың күбеһе ауырыуҙы бер ниндәй билдәһеҙ, еңелсә үткәрә.
Билдәле булыуынса, “омикрон”-штаммы ныҡ йоғошло, инкубация осоро ла 2 – 5 кенә көн дауам итә. Уның үтә тиҙ таралыуын иҫәпкә алғанда, ауырыу кеше менән бәйләнешкә ингәндән һуң иртәгәһенә, йә бер көндән сирләй башлауың да ихтимал.
Башҡортостандың баш санитар табибы Анна Казак республикала коронавирустың яңы штаммы таралыу менән бер рәттән киҙеү һәм ОРВИ менән ауырыусыларҙың да күбәйеүен билдәләгәйне.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.