Синоптиктар хәбәр итеүенсә, 24 ғинуарҙа яуым-төшөм көтөлмәй. Ел талғын, үҙгәреүсән. Һауа температураһы төндә минус 13 – 18 градус, урыны менән 23 – 28 градусҡа етә. Көндөҙ – минус 10-15 градус.
25 ғинуарҙа ла яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, талғын, үҙгәреүсән. Һауа температураһы төндә минус 15 – 20 градус, урыны менән 25 – 30 градусҡа етә. Көндөҙ – минус 11-16 градус.
Бөгөн синоптиктар көндөң аяҙлы-болотло булыуын фаразлай.Юлдың ҡайһы бер урындарында ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, секундына ике-ете метр тиҙлектә. Һауа температураһы көндөҙ – минус 8-13 градус, урыны менән 17 градусҡа тиклем һыуыта.
Фото:Т.АМАНОВ.