+8 °С
Ясна
Ғалимдар раҫлауынса, туңдырма стрестан ҡотолоу өсөн һөҙөмтәле ризыҡ. Тәмен әйтеп тораһы ла юҡ!
Һөт һәм һөт аҙыҡтарында триптофан матдәһе бар икән. Уны, тәбиғи транквилизатор, тиҙәр. Нервылар системаһын бик яҡшы тынысландыра, йәғни. Күңел төшөнкөлөгөнән дә арынырға теләһәгеҙ, рәхим итеп, туңдырма ашағыҙ. Үҙ ғүмеремдә бихисап төрлө туңдырма һәм эскимо ашап ҡараған кеше булараҡ, әйтәм: башҡорт туңдырмаһы (Өфөлә етештерелә) күпкә тәмлерәк.
Ҡышын йыш ашап та булмай инде. Шулай ҙа йылы өйҙә мөмкин.
Пы. Сы. Һынап ҡаралды: ғалимдар дөрөҫ һығымта яһаған.