Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ғинуар 2022, 13:52

Тиҙерәк байырға теләп 4,3 миллион аҡсаһын юғалтҡан

Яңауыл районынан бер ир кеше криптовалютаға инвестицияға һалып йыйылған аҡсаһын арттырырға уйлаған. Тик уның яҡты хыялы тормошҡа ашмаған.

Тиҙерәк байырға теләп 4,3 миллион аҡсаһын юғалтҡан
Тиҙерәк байырға теләп 4,3 миллион аҡсаһын юғалтҡан

Уҙған көҙ 47 йәшлек ир кешегә  таныш түгел кешеләр шылтыратып, криптовалютала аҡса эшләргә тәҡдим иткән. Улар үҙҙәрен ҙур инвестиция компанияһы хеҙмәткәрҙәре тип таныштырған. Бының өсөн аналиктарҙың махсус сигналдары буйынса криптовалюта һатып алырға һәм һатырға кәрәк булған. Йәнәһе лә миллионлаған аҡса эшләргә мөмкин, тип аңлатҡандар.

Ир кеше тиҙ байыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынып, брокер иҫәбенә 2,3 миллиондан ашыу аҡсаһын күсереп тә ҡуйған. Һуңынан банктан тағы 2 миллион алып, уныһын да ошо иҫәпкә ебәргән.

Аҙаҡ асыҡланыуынса, был аҡсаға бер ниндәй ҙә криптовалюта  һатып алынмаған, ә «брокерҙар» мутлашыусылар булып сыҡҡан һәм аҡсаны үҙҙәренә үҙләштергән. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был ике мутлыҡ осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

 

Фото: https://news102.ru/world/muzhchina-iz-bashkirii-investiroval-bolee-chetyryoh-millionov-i-okazalsya-udivlen-uvidennym/.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: