Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ғинуар 2022, 15:06

«Спорт залында йөрәге туҡтап ҡолаған»

Өфөлә баскетбол уйнаған ирҙең үлемендә табиптар ғәйеплеме?

«Спорт залында йөрәге туҡтап ҡолаған»
«Спорт залында йөрәге туҡтап ҡолаған»

18 ғинуарҙа Өфө спорт залында дуҫтары менән баскетбол уйнаған 65 йәшлек пенсионер аңын юйып ҡолай. Табиптар саҡырылған урынға килеп өлгөрә, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ир залда ятып йән бирә. Иптәштәре иһә пенсионерҙың үлемендә «Тиҙ ярҙам» хеҙмәткәрҙәрен ғәйепләй.

– Реанимобиль һорағайныҡ, беҙгә ябай «Тиҙ ярҙам» машинаһын ебәрҙеләр. Етмәһә, дефибрилляторҙарының көсө ултырған! Иптәшебеҙҙең спорт залында уҡ йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Реаниматологтар килһә, ҡотҡарып булыр ине. Ғәйепте табиптарҙан түгел, Өфөлә ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенең тейешле кимәлдә ойошторолмауынан күрәбеҙ, – тип һөйләй ирҙең дуҫының ҡатыны.

Дуҫтарының һүҙҙәренсә, пенсионерҙың һаулығы ныҡлы булған, ул даими рәүештә спорт менән шөғөлләнгән. Ирҙең йәш кәләше тол ҡалған.

Был хәлгә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аңлатма биргән.

– Иргә ярҙамға иң яҡындағы «Тиҙ ярҙам» машинаһы ебәрелгән. Бөтә машиналар ҙа борт селтәре менән йыһаҙландырылған, шуға күрә дефибрилляторҙың көсө ултырырға мөмкин түгел, – тип белдерә министрлыҡ белгесе.

Ирҙең үлем сәбәптәре артабан тикшереләсәк. Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: