Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ғинуар 2022, 12:04

Мәкегә сумып юғалған ҡатын әле һаман табылмаған...

19 ғинуарҙа бөтә ил халҡын тетрәндергән фажиғә булды.

Мәкегә сумып юғалған ҡатын әле һаман табылмаған...
Мәкегә сумып юғалған ҡатын әле һаман табылмаған...

 

Был хаҡта хәбәр иткәйнек: Ленинград өлкәһендә Керәшен байрамында ҡатын йылғалағы мәкегә сума һәм иренең, сабыйҙарының күҙ алдында һыу төбөнә китә. Уның ғүмеренең һуңғы минуттары төшөрөлгән видеояҙмалар социаль селтәрҙәргә таралып, барлыҡ ил халҡын ҡайғыртты.

Видеояҙмала барыһы ла асыҡ күренә, ҡатынды тәүҙә ире эҙләп ҡарай, әммә таба алмай. Яҡындары шунда уҡ ашығыс хеҙмәттәргә хәбәр итә. Баҡтиһәң, был Оредеж йылғаһының ағымы бик көслө, секундына 3 метрға тиклем етергә мөмкин. Белгестәр фаразлауынса: әсәне йылға ағымы алып киткән йә уның тәнен көҙән йыйырған. Авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәре йылғаның төрлө урынында эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар һәләк булыусыны инде дүртенсе көн таба алмай.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: