Әйткәндәй, гастрономияға бәйле байрамдар, йәғни иҫтәлекле көндәр күп икән ул. Билдәле инде – кеше ашарға ярата.
Бөтә донъя бәлеш көнө Американан таралған. Унда бәлеш бешереү йолаһын һаҡларға теләгәндәр ҙә, махсус көн булдырғандар. Бәлеш һәр халыҡта бар. Һәр милләт уны төрлөсә бешерә. Атамалары ла ҡыҙыҡ ҡына. Беҙҙең халыҡ хәҙер ҡунаҡты әллә нисәмә төр бәлеш менән һыйлай. Хатта Бәлеш байрамыбыҙ ҙа бар. Бүздәктә үтә.
Һәм һеҙгә йәтеш кенә бер бәлеш рецебы бирәбеҙ.
“12 ҡалаҡ” бәлеше
Үлсәү булмағанда, бик уңайлы – 12-шәр ҡалаҡ һөт, үҫемлек майы, шәкәр, он кәрәк. Атамаһы шунан килә.
Тағы өс йомортҡа, 7 г ҡамыр ҡабартҡыс, 10 г ваниль шәкәре, бер семтем тоҙ алына. Һигеҙ порцияға иҫәпләнгән.
Духовкағыҙҙы 180 градусҡаса эҫетегеҙ.
Йомортҡа, шәкәр, ваниль, тоҙҙо миксерҙа ете минут тирәһе болғағыҙ. Күперһә, һөт, үҫемлек майы ҡойоғоҙ. Бутағыҙ (миксерһыҙ ҙа ярай). Онға ҡамыр ҡабартҡыс һалып иләгеҙ ҙә, шыйыҡлыҡҡа ҡушығыҙ. Ҡуйы кекс ҡамыры килеп сығырға тейеш.
Табаны (форманы) майлап, шул ҡамырҙы ҡойоғоҙ. 45 – 50 минутта әҙер була. Һыуытыңҡырап ашағыҙ, ти автор (интернеттан алынды). Тәмле булһын!
Пы. Сы. Фотола рецептағы бәлеш түгел.
Фото: vk.com