Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ғинуар 2022, 11:14

Алманың файҙаһы ҙур

 Көнөнә бер алма ашаһаң, табип та кәрәкмәй, ти инглиздәр.

Алманың файҙаһы ҙур
Алманың файҙаһы ҙур

 Ул дауалау сараһы булараҡ та файҙалы, косметика итеп тә ҡулланырға була.

  • Организмдан радионуклидтарҙы һәм металдарҙың ауыр тоҙҙарын сығарыу өсөн алманың бешерелгән төнәтмәһе файҙалы. Бының өсөн таҙартылмаған өс алманы  бер литр һыуҙа 15 минут ҡайнатып, тәменә ҡарап шәкәр йәиһә бал өҫтәйҙәр һәм көнөнә өс тапҡыр 200 мл эсергә кәрәк.
  • Ҡандағы холестеринды кәметеү өсөн көнөнә бер алма ашау ҙа етә. Уны бешереп ашарға ла мөмкин.
  • Аҙнаһына ике тапҡыр көнө буйы тик алма менән генә туҡланыу организмды таҙартырға һәм шлактарҙан арындырырға ярҙам итә. Ул һимереүгә ҡаршы ла бик яҡшы сара булып тора.
  • Диета тоторға кәрәк булғанда шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: алманың татлы сорттары бауыры ауыртҡан кешеләргә яҡшы, ә әсе сорттары – шәкәр диабеты  һәм артыҡ кәүҙә ауырлығы менән интегеүселәр өсөн.
  • Бешкән алма айырыуса ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан файҙалы. Ундағы пектиндар организмдан төрлө ағыулы матдәне ҡыуып сығара. Шулай уҡ холецистит менән интегеүселәргә лә алманы бешереп ашарға (микротулҡынлы мейестә)   кәңәш ителә.
  • Атеросклероздан һәм аҙ ҡанлылыҡтан мөмкин тиклем күберәк алма ашарға кәрәк.
  • Тән янғанда йәиһә һыуыҡтан зыян күргәндә шул урынға ҡабығынан таҙартылған һәм нәҙек кенә итеп итеп ҡырҡылған алма киҫәге ҡуйырға мөмкин.
  • Косметикала алманың һутын, ҡабығын һәм йомшаҡ өлөшөн ҡулланалар.
  • Ирен ярылғанда ҡырғыстан үткәрелгән алмаға 1х1 нисбәтендә аҡ май һәм вазелин ҡушып әҙерләнгән май ярҙам итә.
  • Әгәр ҙә һауа температураһы үҙгәргәндә бит тиреһенең төҫө үҙгәрһә, ҡырғыстан үткәрелгән алмаға йомортҡа һарыһы һәм һөт ҡушып әҙерләнгән битлек ярҙам итә.
  • Битте алма киҫәге менән массажлау уның тиреһен матурайта.
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: