Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар 2022, 22:37

УМПО-ла янғында зыян күргән ҡатын мәрхүм булған

Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең ике эшсеһе реанимацияға эләккәйне.

УМПО-ла янғында зыян күргән ҡатын мәрхүм булған
УМПО-ла янғында зыян күргән ҡатын мәрхүм булған

17 ғинуарҙа Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә цехтарҙың береһе янып китә. Ут сыҡҡан минуттарҙа помещениела ике ҡатын була. Уларҙың икеһенең дә тәне 80-90 процентҡа бешә. Эшселәрҙе реанимацияға һалалар.

Тәүге ҡатындың хәле хаҡында бер ни ҙә билдәле булмаһа, икенсеһе тураһында таныштары социаль селтәрҙә яҙып, операцияға аҡса йыйыу иғлан итте. Был хәлгә битараф ҡалмаған Лена Ш.-ға ике көндә 400 мең һумға яҡын аҡса йыйып ташланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ауыр хәбәр килде: ҡатын аңына килә алмай мәрхүм булған.

– Әсәйем вафат булды. Зинһар өсөн, миңә хаттар яҙмағыҙ. Бөгөн әсәйемде ябыҡ табутта алып киләсәктәр. Иртәгә төшкә тиклем хушлашабыҙ, – тип яҙҙы социаль селтәрҙә ҡатындың ҡыҙы.

Мәрхүмәнең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: