Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар 2022, 11:40

Керәшен байрамында, үҙ балаларының күҙ алдында бер ҡатын батып үлгән

Керәшен байрамында, үҙ балаларының күҙ алдында бер ҡатын батып үлгән.

Керәшен байрамында, үҙ балаларының күҙ алдында бер ҡатын батып үлгән
Керәшен байрамында, үҙ балаларының күҙ алдында бер ҡатын батып үлгән

Фажиғә Ленинград өлкәһенең Выра тораҡ пунктында була. Һыуға сумған ваҡытта, 40 йәшлек ҡатын урындағы Оредеж йылғаһындағы мәкегә батып үлгән.
Билдәле булыуынса, ул мунса инеп сыҡҡандан һуң башы менән мәкегә сумған һәм йөҙөп сыҡмаған. Әйткәндәй, мәке сумыу өсөн тәғәйен булмаған. Әсәһенең үлеменә балалары ла шаһит булған.
Ҡатын Санкт-Петербургта йәшәгән һәм төҙөлөш компанияһында юрист-консульт булып эшләгән. Ваҡиға урынына полиция хеҙмәткәрҙәрен уның 50 йәшлек ире саҡырған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: