Был ҡот осҡос хәл Өфө мәктәптәренең береһендә булғайны. 2019-2020 йылдарҙа физик культура уҡытыусыһы 2-се класс уҡыусыларын скакалка менән һуға. Отҡор сабыйҙар уҫал педагогты телефон камераһына эләктерергә өлгөрә. Әлбиттә, видеояҙманы күргән ата-әсәләр шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итә.
36 йәшлек ҡатын иһә ғәйебен танымаған һәм үҙ теләге буйынса эштән киткән. Әлеге ваҡытта тикшереү дауам итә. Уҡытыусы һуңғы суд ултырышына килә алмаған. Адвокатының һүҙҙәренсә, ул йөклө.
«Ауырлы ҡатынды мәжбүри рәүештә судҡа йөрөтөү ҡот осҡос хәл. Закон буйынса, ул бармаҫҡа хаҡлы. Хөкөм залында бала табырға мөмкин бит ул», - ти Вадим Поспеев.