Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар 2022, 15:41

Башҡортостанға 250 миллион һум бүленәсәк

Башҡортостан «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проектына ҡушылырға әҙерләнә.  

Башҡортостанға 250 миллион һум бүленәсәкБашҡортостанға 250 миллион һум бүленәсәк
Башҡортостанға 250 миллион һум бүленәсәк

Милли проекттың төп бурыстарының береһе – 2022 йылдан Рәсәй ҡалаларында туристик үҙәктәр, берҙәм архитектура-мәҙәни киңлек булдырыу.

 

«Субсидияны алыу өсөн «туризм коды» проектын әҙерләйбеҙ, ҡаланың иҫтәлекле урындарын берҙәм архитектура-мәҙәни киңлеккә берләштерергә кәрәк», - тип аңлата БР Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Фәтҡуллин.

Һәр проектҡа 250 миллион һум аҡса бүленәсәк. Гранттар конкурсын йыл һайын үткәреү планлаштырыла. Төп маҡсат - 2025 йылға тиклем илдең 52 ҡалаһында берҙәм мәҙәни-тарихи киңлек булдырыу.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас