Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар 2022, 12:05

Бөгөн – попкорндың тыуған көнө

Ул кинотеатрҙа фильм ҡарағанда ашай торған бик модалы ризыҡ. Кино ҡарайһың, шул ыңғай бер күнәк попкорн ашап бөтөрәһең. Туймайһың да, ас та ҡалмайһың...

Бөгөн – попкорндың тыуған көнө
Бөгөн – попкорндың тыуған көнө

392 йыл элек Европала юғары температура тәьҫирендә кукуруз бөртөктәренең шартлау үҙенсәлеген белеп ҡалалар. Белмәҫтәр ҙә ине, океан аръяғынан бүләккә попкорн килмәһә. 1630 йылдың 22 ғинуарында Англия колонистарына Көньяҡ Америкалағы индеецтар юлбашсыһы Кводекуайндан бер тоҡ попкорн тапшыралар. Шунан һуң ике быуаттан ашыу ваҡыт уҙғас ҡына, 1885 йылда, Чикагола Чарли Критоз тигән берәү кукуруз бөртөктәрен “шартлата” торған машина уйлап таба.

Тағы йөҙ йылдан һуң, микротулҡынлы мейестә “шартлатып” ала торған кукуруз барлыҡҡа килә.

Ҡыҙыҡлы факттар

Был үҫемлектең тыуған ере – Көньяҡ Америка. Христофор Колумб XV быуат аҙағында көнсығыш яр буйына килеп туҡталғанда, урындағы халыҡ попкорнды файҙаланған булған инде. Аҙыҡ рәүешендә генә түгел, ә уның асылған бөртөктәренән биҙәүестәр эшләгәндәр, күрәҙәлек иткәндәр.

Археологтар әйтеүенсә, индеецтарҙың боронғо ҡәбиләләре кукуруздың шартлау үҙенсәлеген белгән, һәм ул уларҙың рационының бер өлөшө булған. Эҙләү эштәре барышында яҡынса 4 000 йыллыҡ кукуруз бөртөктәре табылған.

Әйткәндәй, был үҫемлектең һәр сорты попкорн әҙерләүгә яраҡлы түгел, ә махсус төрө генә. Ул «шартлаусы» тип атала. Башҡа сорттарҙан попкорн яһап булмай.

Бөгөн – попкорндың тыуған көнө
Бөгөн – попкорндың тыуған көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: