Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар 2022, 22:17

Ул минең балам түгел тип...

Ауырғазы районында көнсөл ата сабыйын ишек яҡтауына бәрҙергән.

Ул минең балам түгел тип...
Ул минең балам түгел тип...

Ауырғазы районында ҡот осҡос енәйәт осрағы буйынса тикшереү тамамланды. 

БР буйынса Тәфтиш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был хәл 2021 йылдың 6 апрелендә теркәлә. Сәмәй «төшөргән» көнсөл ир ҡатыны менән ыҙғышып китә лә, ул минең балам түгел тип, ике йәшлек сабыйын этеп ебәрә. Һөҙөмтәлә балаҡай ишек яҡтауына барып бәрелә. Әҙәм аҡтығы бының менән генә сикләнеп ҡалмай, сабыйға ҡулдары менән һуғып, иҙәнгә ташлап ебәрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала алынған йәрәхәттәрҙән шунда уҡ йән бирә. 

Ир аҙаҡҡаса үҙ ғәйебен танымай. Әммә тәфтишселәр етерлек дәлилдәр туплай һәм енәйәт эшен судҡа ебәрә. Хәҙер барыһын да суд хәл ителәсәк.

Бынан тыш, Терәпә ауылы хакимиәтенә енәйәт ҡылыуға булышлыҡ иткән сәбәптәрҙе һәм шарттарҙы бөтөрөү тураһында йөкләмә бирелгән. Хакимиәткә алкоголле эсемлектәр менән мауыҡҡан һәм ата-әсәлек бурысын тейешенсә атҡармаған граждандар менән профилактик эштәр үткәреү ҡушылған.

Бигерәк үкенесле. Әле йәшәргә лә өлгөрмәгән балаҡай йәл, Хоҙай һаҡлаһын...

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: