Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар 2022, 09:18

Спорт - йәшәү нормаһы

"Демография" милли проектының бер йүнәлеше буйынса беҙҙә өсөнсө йыл рәттән "АртподГоТОвка" республика конкурсы ойошторола.

Спорт - йәшәү нормаһы
Спорт - йәшәү нормаһы
"Спорт – йәшәү нормаһы" проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, был конкурста ГТО нормативтары буйынса эшләүсе хеҙмәткәрҙәр ҡатнаша.
Башҡа төбәктәр кеүек үк, Күгәрсен районы ла был саранан ситтә ҡалмай. Сираттағы ярышта муниципаль ГТО тест үҙәге администраторы, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең директор урынбаҫары Рита Юлдашева бер номинацияла еңеү яуланы.
Әйткәндәй, ГТО (хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер) үтәүгә ҡушылыусылар һаны йылдан-йыл арта бара.
Фото: Күгәрсен районы хакимиәте сайтынан.
 
 
 
 
Спорт - йәшәү нормаһы
Спорт - йәшәү нормаһы
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: