Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар 2022, 17:57

Республикала йыл башынан алып 300-ҙән ашыу янғын теркәлгән

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, янғындарҙың 90 % граждандарҙың йорттарында, ихата ҡаралтыларында сыҡҡан.

Республикала йыл башынан алып 300-ҙән ашыу янғын теркәлгән
Республикала йыл башынан алып 300-ҙән ашыу янғын теркәлгән

Мейесте артыҡ ҡыҙҙырып яғыу, кирбестәр араһында ярыҡтар барлыҡҡа килеү, мейес ауыҙынан йәки көллөктән (көлдөксәнән) иҙәнгә ҡуҙҙар килеп төшөүе, яғылған мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырыу һөҙөмтәһендә янғындар күп була.

Электр сымдары, розеткалар иҫке икән йәки электр, газ ҡорамалдарын эксплуатациялау ҡағиҙәләрен үтәмәү ҙә янғын сығыу хәүефен бермә-бер арттыра. Электр селтәренә артыҡ көсөргәнеш биреү, бер үк ваҡытта бер нисә ҡеүәтле электр приборын тоташтырыу ярамай.

Иҫерек килеш тәмәке тартҡан кешеләр ҙә йыш ҡына ут сығара. Һаҡ булығыҙ, йорт-ерегеҙҙе, үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: