Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар 2022, 10:35

Пенсионерҙы талаған ирҙе эҙләүҙә ярҙам һорайҙар!

Менделеев урамында билдәһеҙ ир оло йәштәге ҡатынға һөжүм иткән.

Пенсионерҙы талаған ирҙе эҙләүҙә ярҙам һорайҙар!
Пенсионерҙы талаған ирҙе эҙләүҙә ярҙам һорайҙар!

Был ҡурҡыныс хәл яҡындағы видеокүҙәтеү ҡоролмаһына эләккән. Унан күренеүенсә, ир ҡатындың сумкаһын тартып алырға ынтыла. Әммә кешеләр яҡынлашыуын күреп ҡалғас, тиҙ генә табандарын ялтырата. Шаһиттар ирҙең ҡулында бысаҡ булыуын һөйләгән. 

Әлеге ваҡытта әҙәм аҡтығын эҙләй башлағандар. Тиҙҙән уның фотороботы социаль селтәргә таратыласаҡ.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: