Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар 2022, 11:19

Ололар өсөн махсус вакциналау пункттары эшен әүҙемләштерә

«Республика Башҡортостан» гәзите хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда 65 йәштән ололар өсөн махсус вакциналау пункттарында 12 меңдән ашыу кеше прививкаланған.

Ололар өсөн махсус вакциналау пункттары эшен әүҙемләштерә
Ололар өсөн махсус вакциналау пункттары эшен әүҙемләштерә

 «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Ололар тураһында хәстәрлек» акцияһы сиктәрендә ололар өсөн махсус вакциналау пункттары уҙған йылдың октябрендә ойошторолғайны. Ошо осор эсендә был пункттарҙа бөтәһе 12230 кеше вакцина эшләткән.    

Әлеге ваҡытта республикала коронавирус инфекцияһына ҡаршы 59 махсус вакциналау пункты эшләй. Мәҫәлән, Туймазы районында Ветерандар советы бинаһында урынлашҡан.  «Ололар тураһында хәстәрлек» акцияһы сиктәрендә бында «Сәләмәт кесе йома» үтте.   Аҙнаның ошо көнөндә 65 йәштән ололар бында вакциналау үтә, лекторийҙа алдынғы медицина белгестәренең сығышын тыңлай ала.   Медиктар әйтеүенсә, әлеге көнгә урындағы халыҡтың 80 процентҡа яҡыны прививка эшләткән, районда ковид менән ауырыу һәм үлем осраҡтары кәмегән.

 Өфөлә Халыҡ университеты базаһында урынлашҡан 65 йәштән ололар өсөн вакциналау пункты 1 февралдән үҙ эшен ҡабат тергеҙәсәк.

  Вакциналауға «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Беҙҙең хәстәр» колл-үҙәге аша эш көнөндә иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем 8-800-201-89-03 телефон һандары буйынса яҙылырға мөмкин.

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: