– «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» – бизнестың муниципалитет вәкилдәре менән туранан-тура аралашыу мөмкинлеге. Аҙна һайын эшҡыуарҙар үҙҙәренең проекттарын тәҡдим итә, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары менән уларҙы ғәмәлгә ашырыу мөмкинлектәрен тикшерә. Айырыуса иғтибар талап иткән бизнес-инициативаларҙы беҙҙең дәүләт комитеты белгестәре контролләй. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе бизнес-шерифтар менән кәңәшмәләрҙә хәл итәбеҙ, – тип билдәләне БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.
Башҡортостандың һәр эшҡыуары үҙенең бизнес-проектын «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡарауға тәҡдим итә ала. Бының өсөн ИнвестРБ порталында ғариза формаһын тултырырға (проект тураһында һөйләргә, бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәрҙе күрһәтергә) кәрәк. Артабан муниципаль берәмек хакимиәте белгестәре бәйләнешкә сығасаҡ.
Бизнес-инициативаларҙы ҡыҫҡа ваҡытта дәүләт ярҙамы менән ғәмәлгә ашырырға мөмкин.
Эшҡыуарҙарға ярҙам саралары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте урындағы бизнес-шерифтан белергә мөмкин. Уларҙы Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты сайтында, шулай уҡ «Минең бизнесым» үҙәгендә табырға була (телефон: 224-99-99).