Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар 2022, 09:35

Элвин Грейҙың ҡайтыуын көтәһегеҙме?

Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Радик Юлъяҡшиндың һәм уның кәләше Инзиләнең ҡасан тыуған яҡтарына ҡайтырға йыйыныуҙары билдәле булды.

Элвин Грейҙың ҡайтыуын көтәһегеҙме?
Элвин Грейҙың ҡайтыуын көтәһегеҙме?

Популяр артистың ҡатыны был хаҡта  Инстаграмда хәбәр итте.  

– Бер аҙнанан ҡайтабыҙ. Был көндө ныҡ көтәбеҙ, сөнки һағындыҡ. Оҙаҡламай өйҙә буласаҡбыҙ, - тип уртаҡлашты артистың ҡатыны.

Шулай уҡ ҡыҙ ҡышты ныҡ һағыныуын да әйтте.

 – Дүрт миҙгел булыуына шатмын, сөнки был, һәр ваҡыт ҡояшта булыуға ҡарағанда, күпкә яҡшыраҡ. Мин ҡышҡы кейемде һәм ҡышты һағындым, шуға ҡайтыу көнөмдө көтәм, – тине  Инзилә.

 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: билдәле пар былтыр декабрҙә Таиландҡа ял итергә китте. Ул саҡта Элвин Грей икенсе илдә яңы альбом әҙерләү өсөн яңы йыл корпоративтарынан да баш тартты.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: