Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар 2022, 20:34

Буласаҡ ҡайны менән кейәү уртаҡ тел тапмаған...

Бөрө ҡалаһынан 22 йәшлек егет һылыу ҡыҙ менән бер йылға яҡын дуҫлашып йөрөгән, бер-береһенең туғандары менән дә танышып бөткәндәр. Ләкин ҡыҙҙың 39 йәшлек атаһы буласаҡ кейәүенең уға ҡарата мөнәсәбәтенә ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, ирҙәрсә һөйләшеп алырға саҡырған. Улар Мишкә районында осрашҡандар, проблеманы тыныс ҡына хәл итә алмайынса, һуғыша башлағандар. 22 йәшлек егеттән иргә ярайһы ғына туҡмаҡ эләккән. Ир дауаханаға мөрәжәғәт иткәндә, егет Себергә эшкә киткән булған. 

Буласаҡ ҡайны менән кейәү уртаҡ тел тапмаған...
Буласаҡ ҡайны менән кейәү уртаҡ тел тапмаған...

Егеткә ҡарата енәйәт эше асылған һәм эштән ҡайтыуына уны аэропортта уҡ ҡулға алғандар. Егет үҙ ғәйебен танған, хәҙер һөйгән ҡыҙы менән эштәре нисек бөтөр - билдәһеҙ.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: