Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты граждандарҙы ҡатмарлы һауа шарттарында төп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра.
Боҙлауыҡ кеүек тәбиғәт күренеше – водителдәр өсөн хәүеф сығанағы. Ҡараңғыла бигерәк ҡурҡыныс.
Шуға күрә, бик иғтибарлы булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, хәүефһеҙ арауыҡ тоторға һәм тиҙлек режимын һауа шарттарын иҫәпкә алып һайларға кәрәк.
Әгәр ашығыс булмаһа, өйҙә ҡалһағыҙ ҙа һәйбәт.
Юлға сығырға йыйынһағыҙ, автомобилдең төҙөк һәм кәрәкле инструменттар менән йыһазландырылғанын тикшерегеҙ.
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтынан.