Ҡосаҡлашыу көнө 1986 йылда АҠШ-та барлыҡҡа килгән. Америка юғары уҡыу йорттарының психология һәм медицина факультеттары студенттары башланғысы менән булдырылған көн был. Тора-бара бөтә донъяға таралған.
Ҡыҙыҡлы факттар
Ғалимдар әйтеүенсә, көнөнә 3 – 7 тапҡыр ҡосаҡлашһаң, иммун системаһы нығый, психика көйләнә һәм нервылар тыныслана. 8 тапҡыр ҡосаҡлашыу иһә, кешене тамам бәхетле итергә мөмкин.
Ҡосаҡлашыу көнө 15 һәм 22 июлдә, 4 декабрҙә һәм 21 ғинуарҙа билдәләнә.
Тағы ла ғалимдар әйтә: бала саҡтан ҡосаҡлашыуҙың ни икәнен белмәгән кеше ҙурайғас, ҡыҙыуға, ҡатыға, әҙәпһеҙгә әйләнеүе мөмкин.
АҠШ-та ҡосаҡлашыу буйынса рекорд ҡуйылған – көнөнә 7777 тапҡыр. Бөйөк Британияла иң оҙаҡ ҡосаҡлашып торғандар – 24 сәғәт 44 минут. Канадала – 24 сәғәт 33 минут.
20 секундтан да оҙағыраҡ ҡосаҡлашыуҙың һаулыҡҡа файҙаһы бар.
Альберт Эйнштейн ҡатынын ҡосаҡлап энергия алған. Эшендә берәй ҡыйынлыҡ килеп сыҡһа ла, ҡатынын ҡосаҡлап ҡына мәсьәләне хәл итә алған, имеш.
Ҡосаҡлашығыҙ, йәмәғәт!
Фото: Юлай Кәримов.