Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар 2022, 16:29

Йортһоҙҙарҙы Өфөнөң Совет районында көтәләр

Бер нисә көн элек асарбаҡтарға ярҙам итеү буйынса республика комплекслы социаль үҙәге менән "Аҡтау" ойошмаһы мәрхәмәтлек акцияһы үткәргәйне. Ул тағы ҡабатлана - ярҙамға мохтаждар етерлек.

Йортһоҙҙарҙы Өфөнөң Совет районында көтәләр
Йортһоҙҙарҙы Өфөнөң Совет районында көтәләр

Баш ҡаланың Карл Маркс урамы менән Ибраһимов бульвары киҫелешендәге пунктта, 26 ғинуарҙа сәғәт 12.00 менән 13.00 араһында асарбаҡтарға (БОМЖ) психологик һәм юридик ярҙам күрһәтеләсәк, тип хәбәр итәләр БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Йортһоҙҙар, әлбиттә, йылы аш менән тәьмин ителә. Кәрәкһә, кейем-һалым да бирелә.

Кемдәрҙең артыҡ кейеме бар, килтерә алаһығыҙ. Белешмә өсөн телефон: (347) 287–28–66; [email protected]

Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.



Йортһоҙҙарҙы Өфөнөң Совет районында көтәләр
Йортһоҙҙарҙы Өфөнөң Совет районында көтәләр
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: