Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан хәбәр итеүҙәренсә, Баймаҡ районы алдынғылыҡты бирмәй. Был юлы конкурста 89 ауыл биләмәһе ҡатнаша. Баймаҡтар бынан алдағы конкурстарҙа ла призлы урындар яулай торғайны.
Ауырғазы, Дәүләкән, Стәрлетамаҡ, Шишмә райондары ауылдары ла айыҡлыҡҡа табан ҙур аҙымдар яһай.
Конкурстың республика этабы 1 февралдә башлана. Балалар һәм үҫмерҙәр араһында «Ныҡ бул» тигән асыҡ ижади конкурс иғлан ителәсәк.
Тиҙҙән республика ауылдарында йәшәүселәр өсөн ышаныс телефоны буйынса бушлай аноним наркология ярҙамын күрһәтеү мәсьәләһе хәл ителәсәк. Уҙған йылдарҙағы кеүек үк, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының күсмә сәләмәтлек үҙәктәре «Айыҡ ауыл – 2021» конкурсының республика этабында ҡатнашҡан тораҡ пункттарға барасаҡ.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтынан.