Был финанс ярҙамы ошоларҙы үҙ эсенә ала:
– муниципаль район һәм ҡала округтарының ҡаҙна тәьминәтен тигеҙләү дотациялары – 624,1 миллион һум;
– урындағы ҡаҙнаның баланслығын тәьмин итеү буйынса ярҙам итеү дотацияһы – 112,5 миллион һум;
– ауыл ҡаҙнаһына дотацияларҙы иҫәпләү һәм бүлеү буйынса дәүләт вәләкәттәрен бойомға ашырыу өсөн субвенциялар – 16, 7 миллион һум.
2022 йылға дөйөм күләм 9038,8 миллион һум тәшкил итә, күсереүҙәр тигеҙ өлөштәргә бүлеп башҡарыласаҡ.