Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар 2022, 12:40

Күп балалы ғаилә бәләгә тарыған

Башҡортостандан булған  күп балалы ғаилә Татарстандан ҡайтып килгәндә бәләгә тарыған.

Күп балалы ғаилә бәләгә тарыған
Күп балалы ғаилә бәләгә тарыған

Улар “Яр Саллы – Әлмәт” трассаһында юлдан сығып осҡан. Бәхеткә күрә, эргәләренән үтеп барған  урындағы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уларға көрттән сығырға ярҙам итә. Был хаҡта республика Эске эштәр министрлығы хәбәр иттеләр.

Инспекторҙар ҡарҙа «авария» уттарын яндырып ултырған еңел машинаны күреп ҡалған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре  нимә булғанын асыҡлау өсөн автомобиль эргәһенә бара. Водитель хәлде аңлатып бирә. Был мәлдә  салонда уның ғаиләһе лә –ҡатыны һәм өс балаһы була.

 - Ғаилә башлығы әйтеүенсә, улар Башҡортостанға ҡайтып барған, буран ваҡытында бер нәмә күрмәй, юлдан ситкә төшөп киткән, ә үҙаллы сыға алмаған, - тип хәбәр итәләр хоҡуҡ һаҡлау ведомствоһынан.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре үтеп барған юл техникаһын туҡтатып, уның ярҙамында бәләгә тарыусыларҙың  машинаны юлға һөйрәттереп сығарған. Ғаилә полицейскийҙарға рәхмәт белдереп,  юлын дауам иткән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: