Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар 2022, 09:25

Көн торошо

Башгидрометүҙәк 20 һәм 21 ғинуарға һауа торошона яҡынса фараз яһаны. Метеорологтар мәғлүмәте буйынса, республикала һауа температураһы 25 градусҡа тиклем түбәнәйә. Синоптиктар юлдарҙа боҙлауыҡ булыуын  һәм ҡар яуыуын вәғәҙәләй.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн бер аҙ ҡар яуа, юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ – 14 градус һалҡын.

21 ғинуарҙа  яуым-төшөм көтөлмәй, төньяҡ райондарҙа бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә –  14-19, урыны менән 20-25, төньяҡ-көнбайыш райондарҙа – 9-14 градус һалҡын. Көндөҙ – 10-15, төньяҡ-көнбайыш райондарҙа 5-10 градус һалҡын.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: