Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар 2022, 21:54

«Күмертау» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә 32 резидент теркәлгән

Табыш күләме 56 млрд һумға еткән, 1485 эш урыны асылған, инвестициялар күләме – 2,6 млрд һум. Ошоға тиклем бер генә төп предприятиеһы ("Күмертау авиация-производство предприятиеһы") булған ҡала өсөн был бик яҡшы күрһәткес. 

«Күмертау» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә 32 резидент теркәлгән
«Күмертау» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә 32 резидент теркәлгән

«Күмертау» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә төп проект - май экстракцияһы заводын төҙөү булды. Уның ҡеүәте - йылына 187 мең тонна (тәүлегенә 1200 тонна көнбағыш майы). 392 яңы эш урыны асылған. Күмертауҙа етештерелгән май Балтика буйы илдәренә, Белоруссияға, Ҡаҙағстанға, Үзбәкстанға, Иранға ебәрелә. 2019 йылдан алып продукция Ҡытайға ла ебәрелә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: