Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар 2022, 19:10

Итек таймаһын өсөн

Ҡышҡыһын боҙлауыҡ ваҡытында йөрөү хәүефле . Аяғың тайып, имгәнеүең, аяҡ-ҡулдарыңды һындырыуың да ихтимал. Итегегеҙ таймаһын өсөн түбәндәге ысулдарҙы ҡулланып ҡарағыҙ.    

Итек таймаһын өсөн
Итек таймаһын өсөн

Итек табанына клей менән кейеҙ йәбештерегеҙ. 1 – 2 аҙна ҡурҡмайынса боҙло юлдан йөрөй алаһығыҙ.

Наждак ҡағыҙы ла клей кеүек йәбештерелә. Боҙҙа ашалмай бер ай йөрөй.

“Супер” клейы  менән таҙа, ҡоро итек табанына биҙәктәр яһағыҙ ҙа, киптерегеҙ.

Лейкопластырь ҙа таймаҫҡа ярҙам итә.Уны  3-4 сантиметр оҙонлоғонда ҡырҡып, аяҡ кейеменең табанына йәбештерегеҙ. Был алымды ныҡ һыуыҡ көндәрҙә генә ҡулланырға була.

 Һатыуҙа махсус һиптерә торған спрейҙар ҙа бар. Уларҙы ла ҡулланырға мөмкин.

 Тайғаҡ итектең өҫтөнә янған капрон колготки ҡалдыҡтарын һыларға. Ут менән эш иткәндә аяҡ кейемен тишеп ҡуймағыҙ.

Итектең табанын ацетон менән эшкәртеп, «Момент» клейын һөртөгөҙ һәм өҫтөнә ҡом һибегеҙ.  Был алым менән эшкәртелгән аяҡ кейеме боҙло юлда ышаныслы атлап йөрөү мөмкинлеге бирер.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: