Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар 2022, 11:58

Хыялыбыҙ тормошҡа ашырмы?

2021 йылдың 30 декабрендә Башҡортостан Республикаһы бюджетынан муниципаль район һәм ҡала округтары бюджеттарына субсидиялар биреүгә һайлап алыу конкурсы үткәреү иғлан ителгәйне.

Хыялыбыҙ тормошҡа ашырмы?
Хыялыбыҙ тормошҡа ашырмы?

Тормош ағышы һис тә туҡтамай.  Бер туҡтауһыҙ нимәлер индерелә.. Әүҙемдәр һәр ваҡыт рулдә!

2021 йылдың 30 декабрендә Башҡортостан Республикаһы бюджетынан муниципаль район һәм ҡала округтары бюджеттарына субсидиялар биреүгә һайлап алыу конкурсы үткәреү иғлан ителгәйне. Был конкурс республика муниципаль дөйөм белем биреү ойошмаларының уҡыусылар инициативаһына нигеҙләнгән, инициатив бюджетлаштырыу проекттарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән (һайлап алыу конкурсы шифры – НОЦ-ИБ-Ш-2021). Беҙ, 17-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары был хәрәкәткә ҡушылырға ҡарар иттек! Тиҙ генә биш команда ойошторҙоҡ. Улар әүҙем рәүештә үҙҙәренең проекттарын төҙөнөләр. Һәр команданың иң ҙур теләге – үҙ проектын тормошҡа ашырыу.

Командалар араһында тауыш биреү юлы менән турнир үткәреү фекере барлыҡҡа килде. Был мауыҡтырғыс сараға битарафтар булманы. Мәктәбебеҙҙең 5-11-се класс уҡыусылары тауыш биреүгә дәррәү тотондолар! Ҡайһы команда күберәк тауыш йыйыр?.. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне. Иң күп тауышты «Олимпия өмөттәре» командаһы йыйҙы. Афарин! Хәҙер бөтә документтарҙы һайлап алыу конкурсына әҙерләргә кәрәк. Көнәркәш командалар ҙа барыһы өсөн мөһим булған был эштән ситләшмәне!

Документтарҙы әҙерләү барышында һәр береһе дөрөҫ ҡарар сығарҙы, эш күрһәтте. Был конкурста еңеү өсөн барыһын да дуҫлыҡ берләштерҙе.  Ә был мәктәп өсөн нимә бирер? Хыял тормошҡа ашыр! Мәктәптә талантлы тренер М.Ю.Матвеев  етәкселегендә төрлө йәштәге командалар араһында өҫтәл теннисы буйынса турнирҙар үткәрелер ине! Уҡыусыларға мәктәп тормошо тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ, ата-әсәләргә балаларының дөрөҫ юлда булыуы тыныслыҡ өҫтәр ине. Ҡала һәм республика ярыштары өсөн бәләкәй йондоҙҙар барлыҡҡа килер ине! 

Милютина С., Белорет ҡалаһының 17-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең  11-се а класы уҡыусыһы

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в